Оят. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Оят


Дуҫыма бүләк иткәндәр
Үҙ йөрөшлө машина.
- Әйҙә, бергә уйнайыҡ, -тип,
Килеп сыҡты ҡаршыма.
Ихатаны дыу килтереп
Көнө буйы уйнаныҡ.
Уйнай-уйнай туйҙым үҙем,
Күҙем генә туйманы.
Кире килеп, машинаны
Һорамай ғына алдым,
Тик уйнап та өлгөрмәнем,
Оло хурлыҡҡа ҡалдым.
Күреп ҡалды һеңлекәштәр,
Ғәжәп итте олатай:
- Балам, - тине, - һиндәйҙәрҙе
Кеше бит «бур» тип атай.
Затыбыҙҙа бур юҡ ине,
Оят бит, балам, оят!
Мин ҡыҙарып баҫып торам,
Ҡолаҡ янғанын тоям,
Ояттан күҙ йәш ҡоям.
Ә бит уйнарға алғайным,
Урларға уйламаным.
Иллә мәгәр тәртип боҙҙом,
Боҙолдо шул иманым.
Хәҙер нисек күренермен
Йән дуҫымдың күҙенә?!
Машинаһын бирҙем,
өҫтәп
Бүләк бирҙем үҙенә:
Иң яратҡан,
Иң яратҡан
Уйынсыҡты -
Олатайым
Шулай ҡушты.


2012